«

»

Апр 25 2018

Халыҡҡа иң яҡыны

1524223305_5

Яңы байрам, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 10 июнендәге Указына ярашлы, урындағы үҙидаралыҡ институтының ролен һәм әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында булдырыла.
Районированный Урындағы үҙидаралыҡ көнөн билдәләү буйынса төп байрам сараһы ҡаланың музыка мәктәбендә үтте. Урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәренә ҡотлау һүҙҙәре менән муниципаль район Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина, район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ю.Н. Щевелев, Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы М.П. Телятников мөрәжәғәт итте.

— Урындағы үҙидаралыҡтың һөҙөмтәлелеге дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙә. Кешеләр алдындағы яуаплылыҡ та һәр ваҡыт тәүге урында килә. Ул халыҡҡа иң яҡыны, граждандар менән дәүләт араһын берләштереүсе көс. Муниципаль кимәлдә мөһим мәсьәләләр хәл ителә, кешеләр тап урындағы власҡа күҙ терәп бара, яҡлау таба, — тине Владислав Геннадьевич ҡотлау телмәрендә һәм район-ҡаланың социаль үҫеше, бурыстары, маҡсаттары тураһында ла ҡыҫҡаса әйтеп китте.
Үҙидаралыҡ көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәткәрҙәр «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһы Грамоталары менән бүләкләнде. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғ.Ғ. Мөфтәхетдинов, Шығай ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы М.Р. Сәлмәнова, муниципаль район хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлеге начальнигы Ю.Е. Пестова, Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең баш белгесе Л.Р. Тажетдинова ошо наградаға эйә булды.
Урындағы үҙидаралыҡ көнө алдынан “Белорет муниципаль районының иң яҡшы муниципаль берәмеге”нә конкурс үткәрелде. 2017 йылғы конкурс һөҙөмтәләре буйынса, I урын — Шығай (Х.Ю. Ғәлиастанов), II урын Асы (В.Ғ. Йосопов) ауыл хакимиәттәренә бирелде. III урынды иһә Туҡан (Ә.Ф. Сәмиғуллина) һәм Егәҙе (Р.Р. Яныбаев) ауыл хакимиәттәре бүлеште. Ә “Белорет муниципаль районының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” исеменә Шығай ауыл хакимиәтенең хәрби иҫәпкә алыу өҫтәле белгесе Г.Т. Мырҙабаева (I урын), Сермән ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы З.Н. Ямалетдинова (II урын), Тирлән ауыл хакимиәтенең I категориялы белгесе Н.Н. Волжанская (III урын), Тимер юл ауыл хакимиәтенең хәрби иҫәпкә алыу өҫтәленең I категориялы белгесе Е.Е. Леканова (III урын) лайыҡ булды.
Сараны ҡаланың үҙешмәкәр коллективтары сығышы биҙәне.

Эльвира ХӘМЗИНА.
Урал гәзитенән алынды.