«

»

Авг 20 2018

Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайбыҙ!

19873143

Хөрмәтле мосолмандар!

Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Йөҙәр йылдар буйы яҡты һәм матур тойғолар менән һуғарылған был көн халыҡтың бер-береһе менән берләшеүенә, йәмғиәттә изгелек һәм мәрхәмәтлек идеалдарын раҫлауға хеҙмәт итә. Исламдың бай рухи йолаларының тәрәнлеген асып, Ҡорбан байрамы халыҡты түҙем булырға, бер-береһен ихтирам итергә саҡыра. Ислам динен тотҡан мосолмандар Белорет ерендә лә башҡа дин вәкилдәре менән тыныслыҡта, дуҫлыҡта йәшәй һәм киләсәктә лә шулай дауам итәсәгенә иманыбыҙ камил.

Был яҡты байрам һеҙгә көс һәм дәрт өҫтәһен, изге эштәргә әйҙәһен, һәр йортҡа, һәр ғаиләгә шатлыҡ алып килһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ!